Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2021, 10:17

Башҡорт егеттәре - Рәсәй Чемпиондары

Кисә Новосибирск ҡалаһында фехтование (рапира) буйынса Рәсәй чемпионаты – Токиола үтәсәк Олимпия уйындарына һайлап алыу этабы тамамланды.

Кисә Новосибирск ҡалаһында фехтование (рапира) буйынса Рәсәй чемпионаты – Токиола үтәсәк Олимпия уйындарына һайлап алыу этабы тамамланды.
Рапирасыларҙың команда ярыштары үтте. Ир-егеттәр турнирында Башҡортостан йыйылма командаһы мәскәүҙәрҙе 45х30 иҫәбенә еңеп, Рәсәй чемпиондары булды. Чемпиондар – Искәндәр Әхмәтов, Тимур Сафин, Тимур Арсланов һәм тамырҙары Иҙел башынан булған Асҡар Хәмзин.
Егеттәргә артабан да уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: