Педагогия колледжы уҡытыусыһы Юлия Владимировнаны тапшырыуға әҙерләүҙә муниципаль район хакимиәте, Белорет металлургия комбинаты, “Гүзәл” туҡымалар салоны һәм башҡалар ярҙам күрһәтте. Ә “Елмәрҙәк” төркөмө уйында ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы тағы ла илһамландырып, дәртләндереп, “Башҡортостан” йырын бүләк итте.