Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2021, 11:32

Ҡурсаулыҡта - күнекмәләр.

Көнъяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһында урман янғындарына ҡаршы янғын-тактик күнекмәләр уҙҙы.

Көнъяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы территорияһында урман янғындарына ҡаршы янғын-тактик күнекмәләр уҙҙы.
Күнекмәләрҙә ҡурсаулыҡтың Янғын-химик станцияһы, Ямашты, Бирҙеғол, Лапышты урмансылыҡтарының дәүләт инспекторҙары, Инйәр ҡасабаһының һәм Межгорье ҡалаһының янғын һүндереү частары ҡатнашты. "Янғын һүндереүҙә" 15 берәмек техника, янғынды асыҡлау өсөн 1 квадрокоптер ҡулланылды, барлығы 55 кеше йәлеп ителде.
Күнекмәләрҙең легендаһы буйынса, ҡурсаулыҡтың Ямашты урмансылығында урман янғыны барлыҡҡа килә. Ут ҡурсаулыҡтың Үҙәк усадьбаһына һәм Рәүәт ауылына хәүеф тыуҙыра. Урман янғыны менән көрәшергә етәкселек өсөн штаб булдырылды, барлыҡ көстәр шартлы янғын урындарына юлланды.
Күнекмәләр барышында янғын һүндереү техникаһы, элемтә саралары менән эшләү алымдары һынау тотто, барлыҡ хеҙмәттәр өсөн берҙәм саҡырыу сигналдары базаһы булдырылды. Һуңынан, янғын һүндереү хеҙмәте вәкилдәре ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе, яңы алымдар өйрәтте.
Хәүефле урман янғындары осорона әҙерлек барлыҡ хеҙмәттәрҙә лә әүҙем бара, барлыҡ бурыстар теүәл үтәлә - тип күнекмәләргә йомғаҡ яһаны Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының директоры Фәнүр Хажиғәли улы Әлибаев. - Бөгөнгө сара янғынға ҡаршы әҙерлек күләмен билдәләргә һәм уларға яҡшыраҡ әҙерләнергә мөмкинлек бирә. Күнекмәләр яҡшы кимәлдә үтте.
Иҫкәртеп үтәбеҙ, урман янғынын асыҡлаһағыҙ, 8-800-100-94-00 телефоны буйынса "Урман һағының тура линияһына", йәки Көньяҡ Урал ҡурсаулығының Урман һаҡлау бүлегенә (34792) 7-68-10, 7-68-11 телефондары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

Азамат Байрамғәлин

Көньяҡ Урал ҡурсаулығының методисы.

Фото: crimea-news.com

Читайте нас: