Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 10:45

Афарин, "Ауаз"дар!

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының "Ауаз" ҡубыҙсылар инструменталь ансамбле "НУР/NUR" Мәскәү халыҡ-ара башҡорт мәҙәниәте фестивалендә I дәрәжәле лауреат исемен яулауы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Мәртәбәле конкурста Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Яҡут, Һамар, Һарытау өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, Вьетнам һәм Египеттан ҡубыҙсылар ҡатнашты.
Еңеүселәр Өфө ҡалаһының "Башҡортостан" дәүләт концерт залында тәбрикләнде. "Ауаз" ҡумыҙсылар инструменталь ансабле етәксеһе Айгизә Марат ҡыҙы Әпҡәдирова халыҡ ижадын үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлеге өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ҡубыҙсыларыбыҙға артабан да ҙур еңеүҙәр юлдаш булһын!
Читайте нас: