“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә 2020 йыл эш йомғаҡтары буйынса «хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы бүлексә»конкурсы еңеүселәре билдәле булды.
Йыл һайын уҙғарылып торған был конкурстың маҡсаты булып, хеҙмәткәрҙәрҙең яңынан-яңы уҡыуҙар үтеүгә дәртләндереү,хеҙмәт һаҡлау өлкәһендәге белемдәрен камиллаштырыу,хәүефһеҙлек нормаларын үтәү,шулай уҡ етештереү мәҙәниәтен үҫтереү ҙә тора.
Был эштәрҙең һөҙөмтәлелеген эш ерендәге бәхетһеҙ осраҡтарҙың теркәлмәүе һөйләй.
Конкурсҡа йомғаҡлау яһағанда ҡатнашыусылар-коллективтар араһында бик күп критерийҙар иҫәпкә алынды, хеҙмәтте һаҡлау буйынса инструктаж һәм медицина тикшереүе, хеҙмәтте һаҡлау буйынса талаптарҙың үтәлеше, хеҙмәт һәм ял режимы, хатта хеҙмәткәрҙәрҙең индивидуаль һаҡлау саралары менән тәьмин ителеүе хаҡында ла тикшереүҙәр үткәрелде.
Был конкурстың йомғаҡтары буйынса, Арлан нефть сығарыу идаралығының коллектив хеҙмәтләндереү базаһы еңеүсе булып табылһа, икенсе һәм өсөнсө урындарға Ҡурған нефть идаралығының “Варгаши” нефть ҡыуыу станцияһы, Туймазы нефть идаралығының “Орск” һыҙыҡлы-эксплуатациялауға ҡабул итеү-тапшырыу участогы лайыҡ булды.