-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 08:46

Һайлау мөмкинлеге бар

26 апрелдә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе башланды.

26 апрелдә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе башланды. Федераль платформала Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең ҡала-ауылында төҙөкләндереүгә мохтаж йәмәғәт киңлектәрен һайларға мөмкин, тип хәбәр итте Республика менән идара итеү үҙәге.
Белореттар, һеҙ ҙә В.Блюхер һәйкәле артындағы урман паркының ял итеү зонаһын, Первомайский биҫтәһендәге «Юность» мәҙәни һәм актив ял итеү паркының уйын яланын һәм ял итеү зона?ын төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә алаһығыҙ.
Иң күп тауыш йыйған объекттар киләһе йылға төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙең адреслы исемлегенә индерелә.
Нисек тауыш бирергә:
— Кире бәйләнеш платформаһы аша (ҡала һәм район хакимиәттәренең, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың сайттарында),
— https://2.gorodsreda.ru/ сайтында.
Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки телефон номеры ярҙамында тауыш бирергә була.
Тауыш биреү 2021 йылдың 30 майына тиклем дауам итә.
2019 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса Башҡортостанда – 185, 2020 йылда иһә 103 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерөелгән, 2021 йылға 146 планлаштырыла.
Бөтә һорауҙар менән Рәсәй Төҙөлөш министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-600-20-13 (бушлай һәм тәүлек әйләнәһенә).
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан