Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 16:38

Коронавирус йоҡторғандар һаны 35 меңдән ашты

Башҡортостанда, 27 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, бер тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 98 осрағы асыҡланған.

Башҡортостанда, 27 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, бер тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 98 осрағы асыҡланған.
Лабораторияла раҫланған осраҡтар тураһында оператив штабтан хәбәр иттеләр. Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 35 081. Пандемия башланғандан алып республикала кеше 439 коронавирустан үлгән. Уҙған тәүлектә тағы берәү инфекциянан вафат булған.
Бөтәһе 32 651 кеше һауыҡҡан.
Йәмғеһе 149 329, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 5 047 кеше ковидтан прививка яһатҡан.
Фото: sharij.net
Читайте нас: