Белорет металлургия комбинаты Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы менән берлектә предприятие биләмәһендә коронавирус инфекцияһынан прививка кампанияһын ойошторҙо.
Дауахананың күсмә бригадалары белгестәре вакцинаның беренсе компонентын комбинаттың 120 эшсеһенә яһаны. Прививка алдынан һәр хеҙмәткәр сәләмәтлеге тураһында анкета тултырҙы, артабан фельдшер медицина тикшереүе үткәрҙе. 21 көндән һуң предприятиела вакцинацияның икенсе этабы үтәсәк.
“Ҡала поликлиникаһында белореттарҙы вакцинациялау йыл башынан алып барыла. Металлургтарға уңайлы булһын өсөн прививка эшләтеүҙе комбинатта ла ойошторҙоҡ. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк”, - тине БМК-ның идаралыҡ директоры Олег Тертычный.