Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 10:20

Майҙа мәктәптәр һәм балалар баҡсалары нисек эшләй

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан май байрамдарында һәм эшләмәйбеҙ тип иғлан ителгән көндәрҙә дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙың эш графигы тураһында хәбәр иттеләр.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан май байрамдарында һәм эшләмәйбеҙ тип иғлан ителгән көндәрҙә дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙың эш графигы тураһында хәбәр иттеләр.
«Башинформ» агентлығына республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин 1 майҙан 10-ына тиклем Башҡортостанда мәктәптәрҙең эшләмәйәсәген әйтте. Уҡыусыларҙы өҫтәмәгә каникулға ебәрәләр.
Өҙлөкһөҙ эшләгән ойошмаларҙың – хоҡуҡ һаҡлау органдары, ашығыс ярҙам, коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре өсөн балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр ойошторола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 майҙан 10-ына тиклем ял тип иғлан ителде. Ил президенты Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. 11 май — беренсе эш көнө.
Читайте нас: