Яңылыҡтар
29 Апреля 2021, 08:52

Һуңғы ҡыңғырауҙар ҡасан үтә

Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау 22 майҙа үтә. Дата IX һәм XI класты тамамлаусылар өсөн берҙәм һуңғы ҡыңғырау байрамын ойоштороу көнө итеп билдәләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау 22 майҙа үтә. Дата IX һәм XI класты тамамлаусылар өсөн берҙәм һуңғы ҡыңғырау байрамын ойоштороу көнө итеп билдәләнгән.
Был турала республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.
Роспотребнадзор байрамды уҙғарыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләгән. Документҡа ярашлы, балалар ҡатнашлығындағы сараны асыҡ һауала үткәрергә, уҡыусылар араһында социаль дистанцияны һаҡларға, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабанан файҙаланырға, битлек кейергә, бүлмәләрҙе елләтергә тәҡдим ителә.
Фото: tuvest.ru