Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Май 2021, 21:37

Вирус аямай

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб бөгөнгө яңы мәғлүмәтте еткерҙе.

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб бөгөнгө яңы мәғлүмәтте еткерҙе.
Үткән тәүлектә сирҙе 99 кеше эләктергән, республикала бөтәһе коронавирус диагнозы ҡуйылған 35 425 осраҡ раҫланған.
Һуңғы тәүлектә 105 пациент һауыҡҡан. Әммә вирус ҡорбандары артыуын дауам итә, тәүлектә тағы дүрт ауырыуҙың вафат булғаны билдәле. Пандемия осоронда аяуһыҙ сир барлығы 452 кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Әлеге ваҡытта республикала 1961 ауырыу дауалана.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын йәнә 9 270 кеше йоҡторған, 392 ауырыу вафат булған. Байрам көндәрендә санитария-гигиена талаптарын теүәл үтәргә, йәмәғәт урындарында битлек режимын һаҡларға саҡырабыҙ.
Фото: ru24.net
Читайте нас: