Бөгөн, көндөң йонсоу булыуына ҡарамаҫтан, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында шаулап-гөрләп "Урал" гәзите призына еңел атлетика буйынса эстафета үтеп китте. Был эстафета менән "Урал" гәзитенең 2022 йылда үтәсәк 100 йыллыҡ юбилейына старт бирелде.
8 йыл дауамында үткәрелеп килгән эстафета тәүге тапҡыр ауыл, хакимиәт кимәлендә түгел, ә район кимәлендә ойошторолдо. Артабан был спорт байрамы район-ҡалала башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер гәзит “Урал” гәзите призына үткәрелә башлаясаҡ.
Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә “Урал” гәзите призына үткәрелгән эстафета ойошҡанлы, сәмле, бер тына ла үтеп китте. Әйткәндәй, район баҫмаһы призына спорт ярыштары тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй. 1969-1990 йылдарҙа Сермәндә “Урал” гәзите призына ҡышын - саңғы ярыштары, ә яҙын еңел атлетика буйынса ярыштар үткәрелеп килә. Бөгөн иһә онотолған спорт байрамы киренән тергеҙелде.
Ярыштар өс уҙышта үтте. Тәүге уҙышта райондың Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдары – Ҡоҙғон-Әхмәр, Аҙналы, Әзекәй, Боғанаҡ ауылдары, Николаевка ауыл биләмәһенең Мәхмүт ауылы, ҡала лицей-интернаты һәм “Урал” гәзите дуҫтары командалары уҙышты. Көсөргәнешле уҙышта I урынды – лицей-интернат, II урынды – Ҡоҙғон-Әхмәр, III урынды Әзекәй йыйылма командалары яуланы. Шәхси беренселектә тәүге, мөһим этап еңеүселәре – Яҡупов Алмас, Сәфиуллин Рәзиф, Малыбаев Алмас. Лицей-интернат уҡыусыһы Алмас Яҡупов беренсе этапты тәүгеләрҙән булып йүгереп үтте һәм командаһын алға сығарҙы.
Урамдар уҙышында урындар түбәндәгесә билдәләнде. I – Шауым урамы, II – Баһауетдиновтар ғаиләһе, III Үҙәк урамы командалары булды.
Тыныслыҡ уҙышы ла бер нисә категорияға бүленде. Балалар уҙышып тәмлекәстәр алһа, 35 йәштән өлкәндәр, йәштәр араһында ярыш көсөргәнешле барҙы.
Еңеүселәр, ярышта ҡатнашыусылар “Урал” гәзите әҙерләгән Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Күсмә кубок, миҙалдар, махсус әҙерләнгән торттар һәм спорт кәрәк-яраҡтарына лайыҡ булды. Шулай уҡ, еңеүселәргә подписка ла бүләк ителде.
“Урал” гәзите мөхәрририәте барлыҡ ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға, спортсыларҙы тәмле, эҫе сәйе, тәм-томдары менән һыйлап торған ағинәйҙәргә, апайҙарға, ярҙамсыларына ҙур рәхмәтен еткерә.
Тулы материалды гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.