Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2021, 09:49

Милли проекттар үтәләсәк

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын финанслауҙың дөйөм күләме 2,5 млрд. Һум тәшикл итәсәк.

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын финанслауҙың дөйөм күләме 2,5 млрд. Һум тәшикл итәсәк.
“Йөрәк-ҡан тамырҙарына ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” һәм “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш” проекттары буйынса медицина ҡорамалдары алыуға 90 проценттан ашыу килешеү төҙөлгән.
“Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында айырыуса ФАП-тарҙы кадрҙар һәм тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленәсәк.
- 2020 йылда федераль бюджет иҫәбенә төҙөлгән 82 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 59-ы һәм 3 врач амбулаторияһы медицина эшмәкәрлегенә рөхсәт алды, тағы алты пункттың документтары әҙерләнгән, - тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева.
Быйыл проектҡа ярашлы, ҡан тамырҙары үҙәктәре һәм беренсел ҡан тамырҙары б-лексәләре өсөн 32 ҡорамал алынды. Онкология бүлексәләре 10 заманса ҡорамал менән йыһазландырылды. “Балалар һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү” һәм “Берҙәм ҙанлы контур” проекттырн тормошҡа ашырыу билдәләнгән ваҡытта дауам итә, тине етәксе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: