Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2021, 09:45

Үҙәндәр беренселекте бирмәне

Районда янғын хәүефһеҙлеге айлығы янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса муниципаль ярыштары менән тамамланды.

Районда янғын хәүефһеҙлеге айлығы янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса муниципаль ярыштары менән тамамланды.
Дөйөм белем биреү учреждениелары араһында үткән “Янғын һүндереү дозоры” эске хеҙмәт подполковнигы Д.Недовишин иҫтәлегенә, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап ойошторолдо. Балалар араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы, ут менән һаҡсыл мөғаләмә итеүҙе һәм янғын һүндереүсе һөнәрен пропагандалау йәһәтенән үткәрелгән ярышта ҡала һәм райондан 19 команда ҡатнашты. Ярыштар 8 этаптан: девиз, эмблема, экипировка, һүрәт, теоретик әһерлек, , янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы билдәләр, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, арҡанды конкструкцияға нығытыу, бәлә-ҡаза сигналы, хәрби йәйелдереү һәм янғын эстафеталарынан торҙо. Уҡыусылар һәм этаптарҙарҙа ла тиерлек янғын һүндереү эшендә белемдәрен, әҙерлектәрен күрһәтте.
Иң яҡшы һөҙөмтәләр номинацияһында Ҡағы, 16-сы, 18-се, Үҙән, ҡапла лицей-интернаты йәш янғын һүндереүселәре алдынғы булды, “Тамашасы һөйөүе”н ҡаланың 1-се мәктәбе уҡыусылары яуланы.
“Янғын һүндереү дозоры” еңеүселәре – Үҙән мәктәбе, лицей-интернат һәм 18 се мәктәп.
Ярышта ҡатнашыусылар өсөн ялан кухняһы эшләне.
Фотолар Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенән алынды
Читайте нас: