Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май 2021, 14:44

Урмандар яна

15 апрелдән 6 майға тиклем республика урман фонды территорияһында 46 урман янғыны теркәлгән. Унда 195,6 гектар майҙан ер зыян күргән. 21 осраҡта ут сығыуға ял итеүселәрҙең усаҡ яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе, урманда усаҡты һүндермәй китеүе, сүп-сар яғыуы сәбәпсе.

Бер тәүлек эсендә алты урында - Белорет, Учалы, Өфө, Балаҡатай, Баймаҡ урман хужалыҡтарында урман янған. Белорет урмансылығы территорияһында 0,5 гектар майҙанда янғын һүндерелгән. 6 майҙа республикала 1-3 класлы янғын хәүефһеҙлеге фаразлана.
Әгәр ҙә урман янғындарын асыҡлаһағыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарына шаһит булһағыҙ, Төбәк диспетчер хеҙмәтенә, тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефонға шалтыратығыҙ: 8(347)218-14-14.
Урман һағының тура бәйләнеш телефоны: 8-800-100-94-00.
Республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлгә индерелде.
Ут менәнҙ һаҡ булайыҡ!
Читайте нас: