Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2021, 17:08

Ҡаһарман яҡташыбыҙ призына эстафета

Бөгөн Шығай ауылында Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов призына 30-сы район еңел атлетика эстафетаһы үтте.

Ярыштар өс уҙышта һәм 10 этапта үтте. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында I урынды Үҙән балалар йорто яулаһа, II урынды Үткәл һәм III урынды Боғанаҡ мәктәптәре бүлеште. Урта мәктәптәр араһында I урынға Тимер юл, II урынға Сермән мәктәбенең 1-се командаһы, III урынға Абҙаҡ мәктәбе сыҡты. Ойошмалар, педколледждар араһындағы ярышта I һәм II урындарҙы педагогия колледжы командалары, III урынды металлургия колледжы яуланы.
Читайте нас: