Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2021, 10:38

Ҡуртымға алырға һәм дәүмәленә ҡарарға кәрәк буласаҡ

Рәсәйҙәргә бәшмәк һәм ҡайын һыуы (һуты) йыйыу ҡағиҙәләре ҡәтғиләндерелде.

Рәсәйҙәргә бәшмәк һәм ҡайын һыуы (һуты) йыйыу ҡағиҙәләре ҡәтғиләндерелде.
Рәсәйҙә Тәбиғәт министрлығының ҡайын һыуы, еләк һәм бәшмәк йыйыу ҡағиҙәләре тураһындағы бойороғо ғәмәлгә ашырыла башланы.
Хәҙер ҡайын һыуын йыйыу, шул иҫәптән шәхсән ҡулланыу өсөн урман участкаһын ҡуртымға алырға тура киләсәк. Һутты өлгөргән урман участкаларында ғына йыйыу, ә әҙерләүҙе урманды планлы ҡырҡыуға тиклем биш йылдан да кәм ваҡыт ҡалмаған осраҡта ғына башларға рөхсәт ителә.
Бәшмәкте һатыуға йыйған осраҡта ла урман участкаһын ҡуртымға алырға кәрәк буласаҡ. Еләк, бәшмәк, сәтләүекте үҙегеҙ өсөн килешеүһеҙ ҙә тәбиғәткә зыян килтермәйенсә генә йыя алаһығыҙ.
Бәшмәк дәүмәленә лә талаптар индерелә. Селтәрле (лисички), майлы (маслята) һәм опята бәшмәктәренең эшләпәләренең диаметры - 1,5 сантимерҙан, гөрөздә (груздь), һары (рыжики), йөнтәҫ (волнушки), ҡайын һәм уҫаҡ бәшмәктәренең 2,5 сантиметрҙан да артмаҫҡа тейеш.
Токсик һәм наркотик тәьҫире булған бәшмәктәрҙе лә йыйыу ҡәтғи тыйыла. Йыйған осраҡта яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡтар.
Читайте нас: