Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2021, 08:53

Балаларға 10 мең һум аҡса ҡасан түләнә?

Быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында ил Президенты Владимир Путин, мәктәп уҡыусылары тәрбиәләнгән ғаиләләргә 10-ар мең һуң аҡса биреләсәк, тип әйткәйне. Был ярҙам уҡыу йылы башланыр алдынан бирелергә тейеш. Әле уның аныҡ датаһы билдәле булды.

Шулай итеп, 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ түләү 17 авгусҡа тиклем биреләсәк. Был турала ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустиндың Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса йөкләмәһендә яҙылған. Документ Рәсәй Хөкүмәте порталында баҫылған.
Илдә был түләмгә 17 миллион самаһы кеше дәғүә итә ала. Уны алыу өсөн бер генә ғариза биреү етә. Быны электрон юл менән йәки Күп функциялы үҙәктә, Пенсия фонды бүлексәһендә, халыҡты социаль яҡлау органдарында эшләргә була.
Барлығы Премьер-министр йөкләмәләре исемлегендә 58 пункт бар. Улар араһында - йөклө ҡатындарға һәм балалары булған ғаиләләргә ярҙам, һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу, туристик кешбэк һәм башҡалар.
Фото: vogazeta.ru
Читайте нас: