Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2021, 18:41

Еңеү көнөнә арналған автоуҙыш

Бөгөн Әзекәй хакимиәтенә ҡараған Ҡоҙғон-Әхмәр, Аҙналы, Боғанаҡ һәм Әзекәй ауылдары буйлап автоуҙыш ойошторолдо.

Бөгөн Әзекәй хакимиәтенә ҡараған Ҡоҙғон-Әхмәр, Аҙналы, Боғанаҡ һәм Әзекәй ауылдары буйлап автоуҙыш ойошторолдо.
Иртән хәрби кейемдәр кейгән ҡоҙғон-әхмәрҙәр ауыл обелискына тантаналы митингҡа йыйылды. Ауылдаштары алдында Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева, ауыл муллаһы Рәмил Йомадилова, староста Дамир Солтанов телмәр тотто, тыл ветерандарына, һуғыш балаларына бүләктәр тапшырҙы.
Артабан һыбайлылар, автомобилдәрҙә урам буйлап үткәндән һуң, колонна Аҙналыға табан юл тотто. Аҙналылар ҙа үҙ ветерандарын хөрмәт итеп тантана үткәрҙе, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Автоколонна ла һәр ауылда тулыланды. Уҙышта ҡатнашыусылар ҙа фантазияларын эшкә еккән, улар машиналарын төрлөсә биҙәргә тырышҡан. Боғанаҡ та күршеләренән ҡалышманы. Автоуҙыш Әзекәй ауылында митинг, сәй табыны, йыр-бейеү менән тамамланды.
Читайте нас: