Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2021, 09:28

Фытыр күләме күпме?

Тиҙҙән Рамаҙан айы тамамлана. Фытыр күләме билдәләнде. Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлиндан фәтеүә сыҡты. Уның буйынса, быйыл фытыр саҙаҡаһының (зәкәтенең) күләме – 100 һумдан 700 һумға тиклем. Фытыр саҙаҡаһы урындағы халыҡ ҡулланған ризыҡ төрөнән бирелә.

Бер кеше исеменән бер саҙаҡа (ике ус менән 4 тапҡыр һалынған ризыҡ) булырға тейеш (2-3 кг). Фытырҙы мохтаждарға бойҙай, хөрмә (финик), эремсек, йөҙөм, рис (дөгө), ҡарабойҙай кеүек аҙыҡ менән бирергә була. Әбү Хәнифә мәҙһәбенә ярашлы, фытыр саҙаҡаһын аҡсалата бирергә рөхсәт ителә – уртаса 100 һумдан 700 һумғаса. Фиҙиәнең күләме – 200 һумды 30 көнгә ҡабатлаһаң, 6 мең һум килеп сыға. Йыл дауамында ауырыу һәм бик оло йәштә булыу сәбәпле, ураҙа тота алмаған кешеләр 30 көн дауамында 1 мохтаж ураҙа тотоусыны ашатырға тейеш, йә уға фиҙиә саҙаҡаһы түләй. Кемдәр фытыр саҙаҡаһын мәсеттәргә тапшыра, ул аҡса мәсет файҙаһына йә башҡа маҡсаттарға тотонолмай, сөнки фытыр - мохтаждарҙың өлөшө, шуға мәсеттәрҙәге комиссия шул аҡсаға аҙыҡ-түлек алып, уны мохтаждарға тарата йыл һайын.
Фото: ru.dreamstime.com
Читайте нас: