Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 10:39

"Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре"нә - 1 млн. һум

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса ауылға йәки 50 меңгә яҡын кешеһе булған ҡалаға эшкә күскәндәргә 1 млн. һум аҡса түләнәсәк.

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса ауылға йәки 50 меңгә яҡын кешеһе булған ҡалаға эшкә күскәндәргә 1 млн. һум аҡса түләнәсәк.
Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ғәмәлдә булған «Мәҙәниәтте үҫтереү» дәүләт программаһына шундай үҙгәреш индерҙе.
Был программа 2022 йылдан эшләй башлаясаҡ һәм 55 йәшкә тиклемге белгестәрҙе күҙ уңында тота. Алыҫ Көнсығыш федераль округына күсеүсе уҡытыусылар, табиптарға 2 миллион һум түләнәсәк. Был хаҡта «Парламентская газета» белдерә.
Был сумманы алыр өсөн хеҙмәткәрҙәргә килешеү төҙөп, әлеге ойошмала биш йыл эшләү талап ителә. Юғиһә, алған аҡсаны кире төбәк ҡаҙнаһына ҡайтарырға тура киләсәк.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: