Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 13:24

Балаңдың сығарылыш кисәһенә барғың килә икән, вакцина эшләт!

Башҡортостанда 11 майҙа республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә балалар баҡсаларында һәм башланғыс кластарҙа сығарылыш кисәләре мәсьәләһе күтәрелде.

Башҡортостанда 11 майҙа республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә балалар баҡсаларында һәм башланғыс кластарҙа сығарылыш кисәләре мәсьәләһе күтәрелде.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ата-әсәләрҙең балаларының ғүмерендәге ошондай мөһим сарала ҡатнашырға теләүе тураһында әйтте. Ул республикалағы эпидемиологик хәл ата-әсәләрҙе сығарылыш кисәһенә индерергә рөхсәт итәме, юҡмы икәнен асыҡланы.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ата-әсәләрҙе билдәле шарттарҙа ғына сығарылыш кисәһенә индерергә тәҡдим итте.
«Шундай тәҡдимем бар: кәмендә вакцинаның беренсе компонентын алған йәки сирләгәндән һуң антисемдәре юғары булған ата-әсәләрҙе әлеге сараларға индерергә мөмкин», — тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тураһында указға тейешле үҙгәрештәр әҙерләргә ҡушты.
«Был ғәҙел талап: әгәр улар балалар байрамына барырға теләй икән, хәүеф менән янамауын раҫларға тейеш», — тине республика етәксеһе.
Читайте нас в