Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 09:24

Борсолоулы шылтыратыуҙар күп булды

Урман-таулы ҡайһы бер райондарҙа халыҡ һөрөмлө һауа һуларға мәжбүр.

Урман-таулы ҡайһы бер райондарҙа халыҡ һөрөмлө һауа һуларға мәжбүр.
Һуңғы көндәрҙә берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә һауаны төтөн ҡаплап алыуы тураһында мөрәжәғәттәр йышайған. Ундай шылтыратыуҙар райондың Сермән, Тирлән, Сосновка, Шығай, Николаевка ауыл хакимиәттәренән, ҡаланан һәм Учалы, Әбйәлил райондарынан килә икән.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, атап үтелгән райондар биләмәләрендә Белорет урмансылығы тарафынан һауа разведкаһы үткәрелгән. Урман яныу осраҡтары асыҡланмаған. Белгестәр фаразлауынса, төтөн күрше төбәктән килеүе ихтимал. Баҡһаң, Урал федераль округка ҡараған өлкәләрҙә күпләп урман яна. Йәмғеһе ут 150 мең гектар ерҙә теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте смог ваҡытында еүеш марля битлектәр менән файҙаланырға, күберәк һыу, йәшел сәй эсергә, ҡойонорға тәҡдим итә. Бындай ваҡытта тәҙрәләрҙе ябыҡ тотоу хәйерле.
Читайте нас: