Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 14:24

Коронавирус менән сирләүселәр 36,3 меңгә етте

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 91 яңы осрағы асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 91 яңы осрағы асыҡланған, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 36 307 сирле теркәлгән.
Әлеге көндә стационарҙа 163 кеше дауалана, 5-әүһе – интенсив терапия бүлексәһендә.
11 май мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 201 меңе коронавирустан вакцинаның беренсе һәм икенсе компонентын алған. Яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн республикаға бөтәһе 367 мең доза вакцина килтерелгән, 292 852 кешегә беренсе компонент яһалған.
Башинформ.
Читайте нас: