Халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина бөгөн Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды. Был награданы уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тапшырҙы.
Тамара Михайловна – илдә ошондай күп титулға эйә булған берҙән-бер шашкасы, тип билдәләне ул.
Башҡортостан спортсыһы әлеге исемде ҡатмарлы шарттарҙы яуланы, уйын ваҡытында Рәсәй флагы алынды, ләкин, баҫым яһауға ҡарамаҫтан, ул үҙенең оҫталығын күрһәтеп, донъяның «шашка королеваһы» титулын яҡланы, тине Радий Хәбиров. Тамара Танһыҡҡужина республика етәксеһенә һәм Башҡортостан халҡына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Һуңғы раунд шул тиклем мауыҡтырғыс булды, Польшала уны күптәр ҡараны. Еңгәнем өсөн бик шатмын. Ошо йылдар дауамында республика шашкаға ярҙам күрһәтте, үҙебеҙҙең шашка клубы коллективына ла рәхмәт», — тип билдәләне Тамара Танһыҡҡужина.