Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 13:02

Баш ҡалала - «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»

20-21 майҙа «Торатау» Конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үтәсәк.

20-21 майҙа «Торатау» Конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үтәсәк.
Хәйриә проекты Башҡортостандың гүзәл заттарын социаль, эшлекле һәм ижади яҡтан үҙҙәрен асыу өсөн тәғәйенләнгән. Сара тәүге тапҡыр ил күләмендә үтәсәк һәм танылған белгестәрҙе, спикерҙарҙы, билдәле ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙенә туплаясаҡ. Килеүселәрҙе лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, «түңәрәк өҫтәл»дәр көтә, кәңәштәр тыңлап, экспресс-тестар яһата аласаҡ.
Сара ҡунаҡтары – Ирина Муравьева, Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор.
Байрам тантанаһы менән территорияженскогосчастья.рф сайтында таныша алаһығыҙ.
Ҡатнашыу бушлай, алдан яңылырға ғына кәрәк.
Читайте нас: