Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 11:59

"Президент мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу менән актив шөғөлләнергә кәрәк"

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Рәсәй президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтнамәһенең ҡайһы бер пункттарын тормошҡа ашырырға ҡушты.

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Рәсәй президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтнамәһенең ҡайһы бер пункттарын тормошҡа ашырырға ҡушты.
“Күп ғаиләләр газ селтәрҙәре үткән ауылдарҙа йәшәй. Әммә уларҙың йорттары билдәһеҙ сәбәптәр менән газға тоташмаған. Торба үтә, ә өйҙә газ юҡ”, – тигәйне Владимир Путин.
Шуға ла, Радий Хәбиров 2023 йылға тиклем газ селтәрҙәре үткән ауылдарға бушлай газ тоташтырыу мәсьәләләренә баҫым яһаны.
Шулай уҡ, Республикала айырым категорияға ҡараған граждандарға шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү тураһында ла һөйләп үтте.
"Бюджет аҡсаһынан льготалар һанын да арттырыу ҡаралған",- тине Республика Башлығы.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға халыҡҡа диспансеризация, тейешле медицина һәм тәрән профосмотр мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлергә ҡушты.
Читайте нас: