Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың ҡарары менән 12 май республикала матәм көнө тип иғлан ителде.
Был хаҡта Татарстан Республикаһы Президентының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Лилиә Ғәлимоваға һылтанма менән «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте.
Кисә Ҡазандың 175-се гимназияһында атыш ваҡытында 8 кешенең ғүмере өҙөлдө, уларҙың күпселеге – балалар. Бөтәһе 21 кеше, шул иҫәптән 18 бала ҡала дауаханаларына оҙатылған, йәрәхәтләнгән 6 бала ауыр хәлдә реанимацияла ята.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.