Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 23:21

Уҡыусылар ял итә

Мәғариф министрлығы 14 майҙы уҡыусылар өсөн өҫтәмә ял көнө тип иғлан итте.

Мәғариф министрлығы 14 майҙы уҡыусылар өсөн өҫтәмә ял көнө тип иғлан итте.
Ведомство республика мәктәптәренә йома, 14 майҙы, I-VIII, X класс уҡыусылары өсөн ял көнө итергә тигән тәҡдим индерҙе.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, IX һәм XI кластар өсөн дәрестәр теҙмәһенә ярашлы белем биреү процесы ойошторола.
Өҫтәмә ял көнөн мәғариф объекттарын террорға ҡаршы тороу талаптарына тап килеү йәһәтенән комплекслы тикшереү өсөн файҙаланырға кәрәк, тиелә Мәғариф министрлығы документында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ата-әсәләр уҡыусыларға өҫтәмә ял көнөн булдырыуҙы һораны. Кисә, 11 майҙа, Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә премьер-министр Андрей Назаров ошо тәҡдим менән сығыш яһаны, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
Фото:psy-files.ru
Читайте нас в