Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2021, 10:10

«Терра Башҡортостан» төбәк ат-спорт турниры старт ала

Республиканың баш ҡалаһында йәнә иң шәп һыбайлыны һәм атты һайлайҙар. Өфөлә «Терра Башҡортостан» төбәк ат-спорт турниры 22 майҙа башлана.

Республиканың баш ҡалаһында йәнә иң шәп һыбайлыны һәм атты һайлайҙар. Өфөлә «Терра Башҡортостан» төбәк ат-спорт турниры 22 майҙа башлана.
Был көндө «Аҡбуҙат» ипподромында ярыштарҙың тәүге этабы ойошторола, унда Әбйәлил, Күгәрсен, Тәтешле, Бишбүләк, Саҡмағош райондары вәкилдәре ҡатнаша.
Республика турнирының тура трансляциялары БСТ, «Вся Уфа», «Конный мир» һәм «СТ АРТ» телеканалдарында күрһәтелә.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы былтыр «Терра Башҡортостан» турнирында Шишмә районынан 15 йәшлек жокейҙың еңеү яулауы тураһында хәбәр иткәйне.
Башинформ.
Читайте нас: