Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2021, 11:25

Вакцина эшләт тә, фатир йәки айфон от!

Башҡортостандың баш ҡалаһында күләмле акция башлана. Унда ҡатнашыу өсөн 14 майҙан 20 июнгә тиклем вакцинация пункттарының береһендә прививка эшләтергә, үҙенсәлекле код менән флаер алырға һәм уны ufa-zdorov.ru сайтында теркәргә кәрәк.

23 июндә «Вся Уфа» телеканалының тура эфирында бөтә ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр, шул иҫәптән һуңғы моделле 10 смартфон (бәлки, ул Iphone12 йәки «Самсунг»тың һуңғы моделе булыр) һәм Өфөлә фатир уйнаталар. Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – ufa-zdorov.ru сайтында. Ойоштороусы — Өфөнөң Ҡаланы үҫтереү фонды.
Фото: news.obozrevatel.com
Читайте нас: