Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2021, 09:42

57 меңенән ҡолаҡ ҡаҡҡан

Белорет эске эштәр бүлегенә аҡса юғалыуы тураһында ғариза менән 79 йәшлек пенсионерка мөрәжәғәт итә.

Белорет эске эштәр бүлегенә аҡса юғалыуы тураһында ғариза менән 79 йәшлек пенсионерка мөрәжәғәт итә.
Ғариза биреүсе һүҙҙәренсә, уның телефонына билдәһеҙ ҡыҙ шылтыратып, үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре итеп таныта һәм мутлашыусыларҙың банк картаһынан аҡсаһын сисергә маташыуҙарын белдерә. Оло кеше картаһын юғалтмауына, бер ниндәй ҙә операциялар яһалмауын әйтә, шул ваҡытта мутлашыусы карта һәм икенсе яғындағы өс һанды, смс кодын әйтергә ҡуша. Бер шикһеҙ пенсионерка банк картаһы мәғлүмәттәрен әйтә һәм 57 мең һумынан ҡолаҡ ҡаға.
Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: таныш булмаған кешеләргә банк картағыҙҙың һандарын әйтмәгеҙ!
Эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәте.
Фото: sibhar.ru
Читайте нас: