Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2021, 16:58

Фольклориадаға тиклем 50 көн ҡалды

Бөгөн VI Бөтә донъя фольклориадаһы башланыуға ҡалған 50 көндө кирегә һанаған арт-объект асылды. Башҡорт милли кейемендәге матрешка һыны “Торатау” конгресс-холы алдында урынлашты. Уға ҡуйылған электрон табло Фольклориадаға тиклем ҡалған 50 көндө кире иҫәптә һанай.

Иҫтәлекле мәлде ойоштороусылар бик матур итеп әҙерләгән. Пленар ултырыш тамамланғас, ҡоролтайҙа ҡатнашҡандар, рәсми ҡунаҡтар конгресс-холл алдындағы майҙанға сыҡты. Бында иһә гөрләп концерт бара, тамашасылар матур тамаша ҡарап кинәнә.
Һоҡланғыс мәл – баш өҫтөнән өс самолет осоп үтте, арттарынан Рәсәй флагын кәүҙәләндергән төҫлө нурҙар һыҙылды. Артабан бер-бер артлы Башҡортостан, Рәсәй, Фольклориада флагтарын тотҡан парашютсылар ергә төштө.
Сәхнәлә дәрәжәле ҡунаҡтар символик рәүештәге матрешканы йыйып, уны постаментҡа урынлаштырҙы. Ошо мәлдән “Торатау” алдындағы ҙур матрешкала “50” һаны ҡабынды.
Дәртле концертта “Арғымаҡ”, “Узорица” төркөмдәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Зәйнетдин, “Русская песня” театры һәм уның етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, республикабыҙҙа үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина сығыш яһаны.
Читайте нас: