Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май 2021, 10:24

Юғары янғын хәүефе һаҡлана

Аҙна башында ғына Башҡортостан биләмәһендә урман янғындары юҡ, төтөн Силәбе өлкәһенән килә, тип мәғлүмәт еткергәйнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Әммә кисә Белорет районында 46 гектарҙа урман яныуы билдәле булды.

Тораҡ пункттарға хәүеф янамай. Янғын тирәләй ер һөрөлгән. Тирлән йылғаһының һәм башҡа ҡаршылыҡтарҙың булыуы, янғындың артабан таралырына юл ҡуймай. Янғынды һүндереүҙә 22 берәмек техника һәм 10 хеҙмәткәр йәлеп ителде.
Көндәр эҫе һәм ҡоро тороуы сәбәпле, юғары янғын хәүефе һаҡлана. Был осорҙа урманда усаҡ яҡмауығыҙ, тәмәке төпсөгө ташламауығыҙ һорала. Бер яңылыш аҙым менән тәбиғәткә ҙур зыян килтереп ҡуймайыҡ.
Мәғлүмәт БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынды.
Читайте нас: