Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2021, 10:08

Берҙәм дәүләт имтиханы бөтөрөлөрмө?

Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе Максим Зайцев URA.RUға биргән интервьюһында, Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтиханы бөтөрөлөп, традицион форматҡа ҡайтырбыҙ ул, тип белдергән.

Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе Максим Зайцев URA.RUға биргән интервьюһында, Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтиханы бөтөрөлөп, традицион форматҡа ҡайтырбыҙ ул, тип белдергән.
"Быйыл түгел, әммә Берҙәм дәүләт имтиханының бөтөрөләсәгенә ышанам. Традицион форматҡа ҡайтырға тейешбеҙ, әлбиттә. Юғары уҡыу йорттары ла шундай уҡ фекерҙә, бүтәндәр ҙә", - тигән ул.
Әлбиттә, был системанан сығыу өсөн күп кенә ваҡыт кәрәк буласаҡ. Депутат әйтеүенсә, БДИ-ның уңышһыҙлығы тураһында даими һүҙ күтәрелә, уның бер етешһеҙлеге бар: балалар I синыфтан Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеп, фәндәрҙе тәрән итеп өйрәнмәй. Улар өсөн белем түгел, ә имтиханда аласаҡ балдар мөһим.
Ярай әле быйыл БДИ-ны юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгән уҡыусылар ғына тапшыра. "Нисәмә йылдар дауамында балаларҙы ошо һынау менән йонсоттолар, күпме үҫмер уны тапшыра алмай, ҡулына аттестат алмай төшөнкөлөккә бирелде?! Тиҙерәк бөтөрөлһөн ине,"- тип әйтеүселәр ҙә етерлек. Ә һеҙ, дуҫтар, нисек уйлайһығыҙ?
Фото:amur.life
Читайте нас: