Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 16:19

225 мең самаһы кеше коронавирустан прививка яһатты

17 майға Башҡортостанда 224 864 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләткән. Улар препараттың ике компонентын алған. Ә 310 496-һы беренсе прививканы яһатҡан.

17 майға Башҡортостанда 224 864 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләткән. Улар препараттың ике компонентын алған. Ә 310 496-һы беренсе прививканы яһатҡан, тип хәбәр итте республика вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Республика поликлиникаларында коронавирустан 155 вакцинация пункты ойошторолған. Прививкаға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм регистратурала яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, «Мега», «Планета», «Башҡортостан» (Өфө), «СитиМолл» (Стәрлетамаҡ) сауҙа үҙәктәрендә биш мобиль пункт эшләй.
Прививканы 19 апрелдән алты маршрут буйынса алыҫта урынлашҡан ауылдарға юлланған «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында эшләтергә була.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 14 майҙа Өфөлә прививка эшләткәндәр араһында акция башланыуын хәбәр иткәйне. Ҡатнашыу өсөн вакцинация пункттарының береһендә прививка яһатырға, үҙенсәлекле QR-код менән флаер алырға һәм уны «Сәләмәт Өфө» сайтында теркәргә кәрәк. Конкурста ҡатнашыусылар араһында 23 июндә «Вся Уфа» телеканалы эфирында ҡиммәтле бүләктәр, шул иҫәптән Өфөлә бер бүлмәле фатир, 10 смартфон уйнатыла. Акция 20 июнгә тиклем дауам итә.
Читайте нас: