Яңылыҡтар
17 Мая 2021, 05:42

Ҡояш - хәүефле

Башҡортостан биләмәһендә ультрафиолет нурланышының юғары индексы көтөлә.

Башҡортостан биләмәһендә ультрафиолет нурланышының юғары индексы көтөлә. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд мәғлүмәттәре буйынса, 6-7 күрһәткесен хәүефле ҡояш тип атарға мөмкин.
«Был иһә һиҙелерлек индекс, көн уртаһында ҡояшта йөрөргә кәңәш ителмәй. Оҙон еңле кейем йәки сомбреро кейергә кәрәк», — тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы синоптикка һылтанма менән.
Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостандың көньяҡ райондарында айырыуса хәүефле ультрафиолет нурланыш фаразлана.
Фото: sunhome.ru
Читайте нас