-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 16:45

Регби – етеҙҙәр уйыны

15 майҙа Инйәрҙең физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһының мәктәп регби лигаһы сиктәрендә регби буйынса финал ярыштары үтте.

15 майҙа Инйәрҙең физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһының мәктәп регби лигаһы сиктәрендә регби буйынса финал ярыштары үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, лиганың ике туры Өфөлә үтте. Биш команда, шул иҫәптән Инйәр командаһы, чемпион исеме һәм еңеүсе Кубогы өсөн көрәште. Өс тур дауамында Инйәр командаһы беренселекте бирмәне. Арслан Ямашев етәкселегендә команда финал уйында еңеп сыҡты һәм көтөп алынған Кубоклы булды.
Ҡотлайбыҙ!!!