Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май 2021, 16:01

Урманға инһәң - штраф түлә!

15 майҙан 4 июнгә тиклем Әбйәлил, Белорет, Әүжән, Инйәр, Тирлән, Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла участка урмансылыҡтарына инергә ярамай.

15 майҙан 4 июнгә тиклем Әбйәлил, Белорет, Әүжән, Инйәр, Тирлән, Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла участка урмансылыҡтарына инергә ярамай.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ошо хаҡта приказ сығарған.
Был янғын сығыу ихтималлығы көсәйеүгә бәйләнгән. Янғынға ҡаршы режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған кешегә 4-5 мең, юридик шәхескә 300-500 мең һум штраф ҡарала.
Режимдың нисек үтәлеүен ныҡлы тикшереп торасаҡтар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас: