«Беҙ абитуриенттарҙың әҙерлек йүнәлештәрен һайлау мөмкинлеген киңәйттек. Әгәр элек абитуриенттар өс һөнәр һәм йүнәлеш буйынса биш юғары уҡыу йортона инеү өсөн хоҡуҡлы булһа, быйыл биш вузға ун ғариза бирә ала», – тигән ул. Документтар ҡабул итеү 20 июндән башлана һәм 29 июлдә тамамлана. Уны вузға барып та, ситтән тороп та ебәрергә мөмкин.