Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 16:11

«Берҙәм Рәсәй» сығарылыш кисәләренә индерергә тәҡдим итте

Билдәле булыуынса, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһе коронавирусҡа ҡаршы штабҡа коронавирус сикләүҙәрен йомшартыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Билдәле булыуынса, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһе коронавирусҡа ҡаршы штабҡа коронавирус сикләүҙәрен йомшартыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Һүҙ балалар баҡсаһы һәм мәктәп тәрбиәләнеүселәре өсөн сығарылыш кисәләрен уҙғарыу тураһында бара. Ғәмәлдәге нормаларға ярашлы, был сараларға коронавирустан прививка эшләткән йәки антиесемдәре булған ата-әсәләр генә индерелә.
Сараны урамда үткәргәндә – социаль дистанцияны һаҡлау һәм битлек кейеп йөрөү, бина эсендә иһә 50-нән күберәк кеше ҡатнашҡан кисәлә терапевтан инфекция сирҙәренең булмауы тураһында белешмә алыу ҙа етә, тип билдәләй партиясылар.
Мөрәжәғәт авторҙары яҙыуынса, республиканың күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреү тәжрибәһе бар, һуңғылары – 1 һәм 9 майҙа, унан һуң сирлеләрҙең күбәйеүе теркәлмәне. Тәжрибәне башҡа сараларҙа ла ҡулланырға мөмкин.
Партияның төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров был мәғлүмәтте раҫланы.
«Мөрәжәғәтебеҙҙең асылы – ата-әсәләрҙе балаларының сығарылыш кисәләренә антиесемдәр һәм вакцинация булыуы тураһында белешмәһеҙ, ләкин санитар-эпидемиологик именлек сараларын үтәү – битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау шарты менән индереү», – тине ул.
Беҙҙең мәғлүмәт буйынса, коронавирусҡа ҡаршы штабтың киләһе ултырышы шаршамбы, 19 майҙа, була.
Читайте нас: