Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 16:06

Белорет үҫмерҙәре милли финалда ҡатнаша!

Владивостокта “Ҡотҡарыу эштәре” компетенцияһы буйынса «Ворлдскиллс» Бөтә Рәсәй һайлап алыу ярыштары үтте. Һөҙөмтәләр буйынса, 14-16 йәшлек үҫмерҙәр араһында Белорет командаһы Өфөлә үтәсәк милли финалда ҡатнашыу хоҡуғы алды.

Туризм үҙәге тәрбиәләнеүселәре Карина Рәхимова, Дмитрий Попов, Илгиз Миһранов, Егор Цыганов һәм Виталий Еремкин Башҡортостан намыҫын яҡланы.
Беренсе көн команда Алыҫ Көнсығыш дәүләт гуманитар-техник колледж базаһында майҙансыҡтар, бурыстар, белгестәр менән танышты, ҡала буйлап экскурсияларҙа йөрөнө.
Икенсе көндө һынауҙар башланды. Конкурсанттар “Лабиринт” этабында ябылған ишекте асып, бүрәнәнән ҡаршылыҡты бысып, кирбес өйөмөн һүтеп, яралыға барып етеп, ярҙам күрһәтергә һәм медицина ярҙамы пунктына алып барырға тейеш булды. Икенсе майҙансыҡ төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеп янғын һүндереү бурыстарын ҡуйҙы. Ҡатнашыусылар юл-транспорт ваҡағаһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ла ярышты.
Республика командаһы бер этапта ла һынатманы.
Фото: Туризм үҙәге сайтынан алынды.
Читайте нас: