«Шыйыҡ ашламалар ҡулланыуҙы киңәйтергә кәрәклеге тураһында тәүге йыл ғына һөйләмәйбеҙ. Быйыл кемдәрҙә уларҙың запасы бар, ота инде. Сөнки яуым-төшөм булмаһа, ябай ашламаларҙың файҙаһы ҡырҡа кәмей», — тип билдәләне хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сәсеү эштәренә арналған селектор кәңәшмәһендә.
18 майға республикала яҙғы культуралар 1,7 миллион гектарҙа сәселгән, был бөтә күләмдән 84 процент тәшкил итә. Атап әйткәндә, 1,37 миллион гектар – бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар, 309,1 мең гектар – май бирә торған үҫемлектәр, 36 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.