Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 11:53

Оҙон ғүмерле турист булып сәйәхәт итегеҙ!

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" дәүләт проекты тураһында ишеткәнһегеҙҙер, дуҫтар. Унда 55 йәштән өлкәндәр ҡатнашып, тыуған яҡ буйлап сәйәхәт итә ала.

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" дәүләт проекты тураһында ишеткәнһегеҙҙер, дуҫтар. Унда 55 йәштән өлкәндәр ҡатнашып, тыуған яҡ буйлап сәйәхәт итә ала.
Ошо көндәрҙә проект сиктәрендә район-ҡаланың хаҡлы ялдағы 47 вәкиле “Абҙаҡ” һауыҡтырыу-спорт комплексында булды. 55-65 йәшлек белореттар һауыҡтырыу-спорт комплексы буйлап сәйәхәт ҡылды: күтәргестәр ярҙамында тауға менде, тау саңғы үҙәгенең зоопаркында булды.
Фәһемле ял республика иҫәбенә ойошторолдо. Юл хаҡы, страховка, тауға экскурсия, зоопаркка барыу бушлай, ә туҡланыу менән аквапарк - өҫтәмә хаҡҡа.
Бындай социаль турҙар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Туризм буйынса Дәүләт комитеты, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм республиканың ҡала округтары, муниципаль район хакимиәттәре тарафынан ойошторола.
Программала ҡатнашыу буйынса һорауҙар менән Белорет хакимиәтенә (Ленин урамы, 71, 310-сы кабинет, 4-57-81) йәки Ветерандар советына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: