Республиканың Йәмәғәт палатаһы “Хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары” проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, йәйге каникул алдынан, май аҙағына тиклем уйын майҙандарының хәл-торошона мониторинг үткәрә.
Тикшереү һорашыуҙан (опрос), фекер йыйыуҙан тора:
- Һеҙҙең яҡтарға балаларҙың уйнай торған ере хәүефһеҙме?
- Унда бәләкәстәргә ҡурҡыныс янамаймы?
- Майҙансыҡ талаптарға яуап бирәме?
Шуларҙы асыҡларға һәм булған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә кәрәк.
Фекерегеҙҙе ошонда белдерә алаһығыҙ: https://forms.gle/k3X5yLYCHRLPaSX5A
Ни бары биш һорауға яуап бирергә кәрәк.