“Берҙәм Рәсәй” йорттарҙы газға бушлай тоташтырыу тураһындағы закон проектын тәҡдим итте.
Партияның Генераль советы секретары Андрей Турчак бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһе барышында шуны билдәләп үтте: газ участкаға тиклем граждандарҙың аҡсаһын алмайынса еткереләсәк.
- “Берҙәм Рәсәй” партияһы Хөкүмәт менән был программаның үҙенсәлектәрен, бар нескәлектәрен өйрәнде. Хөкүмәт социаль газификациялау буйынса юл картаһын эшләгән дә. Партия закон проектын әҙерләне, уға ярашлы, ҡануниәт кимәлендә Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән мәсьәләләр хәл ителәсәк. Уны беҙ бөгөн Дәүләт Думаһына ебәрҙек, - тине Андрей Турчак.
Был закон ағымдағы сессияла ҡараласаҡ һәм ҡабул ителәсәк тип планлаштырыла. Газға тоташтырыу процесын мөмкин тиклем ябай, уңайлы итеү ҙә ҡаралған.
Мәғлүм булыуынса, партияның Генераль советы секретары урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Кобылкин Тверь өлкәһенә барған саҡта “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары Владимир Путинға газды йорттарға бушлай тоташтырыу башланғысы менән мөрәжәғәт итте. Ил етәксеһе был тәҡдимде Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә хупланы һәм Министрҙар кабинетына 2023 йылға тиклем кешеләргә йорттарын, майҙанына ҡарамайынса, бушлай газға тоташтырыу мөмкинлеген тәьмин итергә ҡушты. Эште ойоштороу берҙәм операторға тапшырыласаҡ, “Берҙәм тәҙрә” принципы менән эшләнәсәк.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәләре төбәктәрҙә газды бушлай тоташтырыу графиктарын әҙерләйәсәк, берҙәм мәғлүмәт базаһын булдырасаҡ.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" сайтынан.