Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2021, 16:48

"Хеҙмәтегеҙ тәрән ихтирам уята"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларға һәм янғын һүндереүселәргә дәүләт наградаһы тапшырғанда еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, уларҙы ысын геройҙар тип атаны.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларға һәм янғын һүндереүселәргә дәүләт наградаһы тапшырғанда еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, уларҙы ысын геройҙар тип атаны.
Республика етәксеһе әйткәнсә, тәжрибә, һөнәр оҫталығы һәм ҡаһарманлыҡ һәр ваҡыт тәрән ихтирам уята. Һанаулы минуттар эсендә ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр ярҙамға килеп етә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә оҫта эш итә. “ПОЛИЭФ”тағы аварияла, Сибай карьерында руда янғанда ла шулай булды.
Радий Хәбиров билдәләгәнсә, ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр барыһынан элек иҫкәртеү, хәүефле күренештәрҙе алдан күрә белеү йүнәлешендә эш итә, заманса ҡорамалдарҙы һәм алдынғы технологияларҙы ҡуллана.
– Быйыл һеҙ ҡар өйөрмәләренә, һуңынан һыу баҫыуға ҡаршы көрәштегеҙ. Һыу ҡайтырға өлгөрмәне, артыҡ эҫелектән ҡоро үлән яна башланы, урман янғындары башланды. Бында ла ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы ышаныслы һаҡлайһығыҙ, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров республикала “Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” исемле яңы дәүләт наградаһы булдырылыуы хаҡында әйтте, бөгөн уның менән иң лайыҡлылар бүләкләнде. Шуларҙың береһе – Башҡортостан Республикаһының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Артем Акопян.
Наградлау тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы уға ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр менән йылы кабинетта түгел, ә ғәҙәтттән тыш хәл йәки янғын урындарында осрашырға тура килеүе тураһында иҫкә төшөрҙө. Ул Сибай ҡалаһын да иҫкә алды.
– 60 мең кеше йәшәгән ҡала халҡы арығайны, ҡурҡа ине, ләкин беҙгә киҫкен ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Беҙ һеҙҙең менән бөтә проблемаларҙы ла хәл итәбеҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙгә һәм белдекле кешеләр эшләгән ойошмағыҙға шәхсән баш эйәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, өйҙә һеҙҙе ғаиләләрегеҙ көтә, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: