Белорет районына спортты үҫтереү өсөн 42 млн. һум бүленә.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров төп спорт төрҙәре буйынса әҙерлек эше алып барған ойошмаларҙы финанслауҙы тәьмин итеү йәһәтенән муниципаль район һәм ҡала округтары бюджетына субсидиялар бүлеүгә үҙгәрештәр индерҙе.
Документҡа ярашлы, быйыл Башҡортостанда спортты үҫтереү өсөн 754 млн. һум аҡса бүленгән. 500 млн. һум – Өфө, 49 млн. һум – Стәрлетамаҡ һәм 42 млн. һум Белорет өсөн биреләсәк.