Башҡортостанда бик күп әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй, уларҙың күбеһе бөгөн «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»нә килде, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалындағы «Бәхет һиндә» тапшырыуының тура эфирында.
Гүзәл зат вәкилдәре дәүләт власы органдарында юғары вазифалар биләй. Башҡортостанда Ҡыйғы һәм Иглин райондарын ҡатын-ҡыҙҙар етәкләй, был республика тарихында тәүге тапҡыр.
«Мин ошо ҡарарҙы ҡабул иткәндә уларға таянырға мөмкин икәнен аңланым. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр эшкә яуаплы ҡарай, күп кенә ир-егеттәргә өлгө булырлыҡ. Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы (Ҡыйғы районы башлығы) республиканың төньяҡ-көнсығышында бик популяр етәксе булып китте. Уның хаҡында бик яҡшы фекерҙәр бар. Гүзәл Рәйес ҡыҙы (Иглин районы башлығы) был вазифала яңы ғына эшләй башланы. Республикабыҙҙа ошондай тәжрибә дауам ителер, тип әйткем килә», — тине Башҡортостанда етәксеһе.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, власҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы күберәк йәлеп итеүгә килеп тыуған стереотиптар, ир-егеттәр шовинизмы ҡамасаулай. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаларында әүҙем эшләй, власҡа күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлаша.
«Был ҙур армияға рәхмәтлемен, әлбиттә, улар олалар тураһында хәстәрлек күрә, сирле балаларҙы ярҙамынан ташламай. Былтыр коронавирус пандемияһы осоронда күп ҡыҙҙар ирекмән булып эшләне».
Һәр төрлө кимәлдәге етәксе йәкшәмбе көнөн булһа ла ғаиләһенә бағышларға тейеш, тип иҫәпләй Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республика ҡатын-ҡыҙҙары бик сибәр, быны бик ябай ғына аңлатырға мөмкин.
«Беҙҙең республика күп милләтле, беҙҙә ҡан ҡатышыу бар, бынан матур балалар тыуа. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тыйнаҡлыҡ, үҙ дәрәжәңде белеү хас, улар бик тәрбиәле», — тине республика етәксеһе.