Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2021, 10:41

“Һөт кухняһы”ның мөмкинлектәре арта

“Һөт кухняһы” халыҡҡа тағы ла яҡыныраҡ була. Һөт продукцияһын бушлай алыу өсөн документтарҙы яүыртыу йәки биреү өсөн махсус мобиль ҡушымта барлыҡҡа килә. Хәҙер документтарҙы һәм справкаларҙы Интернет аша ебәрергә мөмкин.

“Һөт кухняһы” халыҡҡа тағы ла яҡыныраҡ була. Һөт продукцияһын бушлай алыу өсөн документтарҙы яңыртыу йәки биреү өсөн махсус мобиль ҡушымта барлыҡҡа килә. Хәҙер документтарҙы һәм справкаларҙы Интернет аша ебәрергә мөмкин.
Ҡушымтала “Һөт кухняһы” эше тураһында яңылыҡтар менән танышырға, продукцияға заказ бирергә, һөт биреү пункттарын һайларға була. “Һөт куъняһы” ҡушымтаһын Android и IOS платформаларында алығыҙ.
Башҡортостан Башлығы ҡарары менән 2019 йылда булдырылған “Һөт кухняһы” эшләү дәүерендә тәүлегенә 5 тонна һөт етештереү ҡеүәте булған ете производство майҙансығы булдырылды, 134 һөт продукцияһы биреү пункттары асылды. Бөгөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән - 24255, етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған - 36 бала, шулай уҡ 485 йөклө ҡатын һәм бала имеҙгән әсәләр бушлай һөт продукцияһы ала.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: